2 волонтёра подали заявку на это доброе дело
В рамках проекта Развитие Башкирской Википедии и проектов Викимедиа на башкирском языке
В рамках проекта Развитие Башкирской Википедии и проектов Викимедиа на башкирском языке
Проект:Башҡорт исемдәре 2021 ― википроект, ижади марафон. 2021 йылда Республикала Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә бирелгән грант сараларының «Башҡорт исемдәре» конкурсын тормошҡа ашырыу өсөн махсус асылған.
Маҡсаты
Башҡорт теленең һүҙ байлығын өйрәнеү, башҡорт исемдәренең тылсымлы серен асыҡлау, интернетта башҡорт теле даирәһен артабан үҫтереү, исемдәр аша халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, шәхес исемдәре менән бәйле республиканың ер-һыу атамалары, тарихи-мәҙәни объекттары тураһында мәғлүмәтте барлыҡ донъяға еткереү.
Балаһына матур исем биреү ата-әсә бурыстарының иң яуаплыһы. Исем менән кешенең киләсәк тормошо билдәләнә, сөнки һәр исемдә тылсымлы сер һалынған. Ә һин үҙеңдең, атай-әсәйеңдең, туғандарыңдың, таныш-белештәреңдең исемдәрендә ниндәй сер булғанын беләһеңме? Әйҙә, проектта ҡатнашығыҙ һәм яңы асыштар яһағыҙ. Эшегеҙ башҡорт халҡына хеҙмәт итһә, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙгә булыр.
Марафон тураһында тулы мәғлүмәт проект битендә. Конкурс положениеһы түбәндә документ итеп беркетелгән.
Волонтер международных проектов
Социальный педагог
Координатор волонтеров
Фотографии 1